Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 10:31

Башҡортостанда Урман хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр

Байрамға 150-нән ашыу кеше: Башҡортостан урмансылары, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, тармаҡ ветерандары һәм башҡалар йыйылды.

Башҡортостанда Урман хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләрБашҡортостанда Урман хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр
Башҡортостанда Урман хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләнеләр

Республиканың Асҡын районында Урман хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған урман ҡырҡыусылар конкурсы үтте, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Көн программаһы сараларға бай булды. Тәүҙә Ҡышлауйылға ауылы янындағы майҙанда урман ҡырҡыусылар конкурсы ойошторолдо, унда бишәр кешенән торған ике команда дүрт конкурста көс һынашты: бысҡы әҙерләү, ҡатнаш семәрләү, семәрләү теүәллеге, ботаҡтарҙы ҡырҡыу. Ныҡышмалы көрәштә Асҡын урман хужалығының ағас әҙерләү бригадаһы мастеры Рәзил Муллайәнов иң күп мәрәй йыйҙы.

Һуңынан әҙерләнгән майҙансыҡта байрамда ҡатнашыусылар 150 миләш һәм йүкә үҫентеһенән республиканың Урмансылар аллеяһын ултыртты. Урманды тергеҙеү эше традицион «Урманды һаҡлайыҡ» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә үтте.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас