Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2022, 10:24

Рухи ҡиммәттәр мәңгелек

Тәрбиә  эше — оҙайлы  процесс,  уның һөҙөмтәләре  бер  нисә йылдан ғына күренә башлаясаҡ.

Рухи ҡиммәттәр мәңгелекРухи ҡиммәттәр мәңгелек
Рухи ҡиммәттәр мәңгелек

Мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре өсөн туған телде өйрәнеүҙе һәм туған телдә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансығы ла ойошторолдо, «Яуаплы ата-әсәлек» психологик тренингы уҙғарылды, шулай уҡ ата-әсәләр комитеттарының эше тураһында һүҙ алып барылды. Уны психолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова ойошторҙо.


«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәктең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Мәрүә Ғилметдинова «Урал батыр мәктәбе» майҙансығында Башҡортостан Республикаһының район-ҡалаларындағы белем биреү ойошмаларында «Урал батыр» мәктәбен ойоштороу буйынса семинар үткәрҙе. Майҙансыҡ мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре, директорҙарҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары, методистары өсөн йүнәлтелгән. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы түбәндәге фекерен белдерҙе:
— Беҙ «Ижади майҙан» проектында һәр саҡ теләп ҡатнашабыҙ. «Урал батыр мәктәбе» проекты балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи, патриотик, экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән, 2021 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Уның авторы — билдәле педагог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева. Проект 2021 йылда Башҡортостан башлығы  грантына  лайыҡ  булды. Әлеге  көндә  республикала  проектҡа утыҙға   яҡын  мәктәп,  балалар  баҡсалары ҡушылды,  ете уҡыу  учреждениеһы эксперименталь  режимда  эшләй.  Тәрбиә  эше — оҙайлы  процесс,  уның һөҙөмтәләре  бер  нисә йылдан ғына күренә башлаясаҡ, шулай ҙа «Урал батыр мәктәбе» проектында эшләгән мәктәптәр балаларҙа ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләй, — тине ул.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас