

Украинала махсус операция зонаһында танк экипаждарының хәрби эше тураһында Рәсәй Оборона министрлығының телеграм-каналында һөйләнеләр.
«Т-72Б3М танкы командиры кесе сержант Илья Юнысов һәм уның экипажы махсус хәрби операция барышында 11 танкты, 4 пикапты, бер БТР-ҙы һәм 60-тан ашыу милләтсене, шул иҫәптән Киев режимына ярҙамға килгән сит ил кешеләрен юҡ итте», - тиелә оборона ведомствоһы белдереүендә.
Башҡортостандың танк экипажы артабан да бурыстарын үтәүен, Киев режимында йәшәргә теләмәгән Донбасс халҡына ярҙам итеүен дауам итә.
«Беҙгә ярҙам иткән, гуманитар ярҙам ебәргән бөтә Рәсәй халҡына - ҙур рәхмәт. Еңеүгә индергән өлөшөгөҙ - ул һеҙҙең доғаларығыҙ, ярҙамығыҙ, хаттарығыҙ, балаларҙың хаттары. Был беҙҙең өсөн бик ҡиммәт», - тип рәхмәт белдерҙе рәсәйҙәргә Ильяз Юнысов.
"Башинформ".