

Бейеүсе, балетмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф ҒӘБИТОВ өсөн «Ижади майҙан» проектында ҡатнашыу — тәүге тәжрибә. — Атап әйткәндә, оҫталыҡ дәресем «Балетмейстер ижады лабораторияһы» тип аталды, бейеү һалырға теләүселәргә, бейеү коллективтары етәкселәренә яңы хореографик композициялар яһау өсөн тәжрибә уртаҡлашыу формаһында үтте. Осрашыу ваҡытында шәхси ижади лабораториямдан, тормошомдан алып, теге йәки был бейеүҙе ҡуйыр өсөн ниндәй материалдар һәм уларҙы ҡайҙан эҙләргә кәрәклеген әйтеп үттем, миҫалдар килтерҙем. Мәҫәлән, балетмейстерҙың йөкмәткеле бейеүе халыҡ ижады менән бәйле булһа, уға тарихты, этнографияны, халыҡ костюмын, фольклорҙы ла белеү зарур. Башҡорт халыҡ бейеүе өсөн ниндәй ысулдар ҡулланырға, ниндәй ҡанундарҙы белергә, йөкмәткеле бейеү һалыу өсөн фольклор, археология, этнография, нәфис әҙәбиәткә мөрәжәғәт итергә — ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡланыҡ, — ти Риф Фәтих улы.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, актер, режиссер Илнур Лоҡманов та үҙ фекерен белдерҙе.
— Мин «Ижади майҙан» проектында икенсе тапҡыр ҡатнаштым, бығаса Йәрмәкәй ерендә үткән сарала булырға тура килгәйне. Әлбиттә, был юлы тәжрибәм дә бар, әҙерлек тә икенсе — урындағы халыҡтың сәхнә аша уй-тойғоларын, хистәрен белгем килде. Киңерәк маҡсаттарҙы ла асыҡларға тырыштыҡ — ауыл ерендә йәшәп тә, сәнғәткә, мәҙәниәткә хеҙмәт иткән кешеләр киләсәк тураһында нимә уйлауын, киләсәк быуынға, халыҡҡа нисек итеп хеҙмәт итергә теләгәндәрен тойомланыҡ. Төрлө йүнәлештәге һөнәр оҫталарының, район халҡы менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороуы, аралашыуы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, — тине Илнур Лоҡманов.