

Башҡортостан Республикаһы йыйылмаһы юниорҙар араһында Рәсәй беренселегендә биатлон буйынса эстафетала еңеү яуланы. Был хаҡта үҙенең шәхси сәхифәһендә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Ярыштар Өфөлә биатлон буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбенең спорт комплексы базаһында үтә. Кисә спортсылар 15 километрға роллер-уҙышта наградалар комплектын уйнатты. Еңеүсе - Яҡутстандан Николай Максимов. Башҡортостандан Травников көмөш миҙал яуланы, бишенсе баҫҡыста Максим Леонтьев, ә Эрнест Иманбаев һигеҙенсе булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикаға Рәсәйҙең 26 төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан 194 спортсы килде. Хәбибов һүҙҙәренсә, республикала биатлон - төп спорт төрҙәренең береһе, Башҡортостан биатлонының тарихы бай һәм киләсәге ҙур.
Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй беренселеге сиктәрендәге ярыштар 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Беҙҙең республика исеменән ярыштарҙа 15 спортсы (12 юниор һәм 3 юниор ҡыҙ) сығыш яһай.
https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-09-18/sbornaya-bashkortostana-vyigrala-estafetnuyu-gonku-po-biatlonu-na-pervenstve-rossii-sredi-yuniorov-2954977