Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2022, 14:50

«Йөрәгемде балаларға бирәм»

Ишембай уҡытыусыһы «Йөрәгемде балаларға бирәм» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

«Йөрәгемде балаларға бирәм»«Йөрәгемде балаларға бирәм»
«Йөрәгемде балаларға бирәм»

Ишембай ҡалаһы Балалар экология-биология үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Ангелина Вежнина республика исеменән өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең «Йөрәгемде балаларға бирәм» бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, конкурс финалы 19-23 сентябрҙә Красноярскиҙа уҙа. Унда илдең 46 төбәгенән һәм Донецк Халыҡ Республикаһынан 90 конкурсант ҡатнаша.

Ангелина Вежнина - йәш һәм амбициялы педагог, ул балаларҙың ҡатмарлы фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итеү өсөн улар менән эшләгәндә креатив автор методикаларын ҡуллана. Балалар экология-биология үҙәгендә ул «Тирә-яҡ мөхит» экологик үҫмерҙәр берләшмәһе етәксеһе вазифаһын биләй.

«Уҡыусыларым һәм коллегаларым ярҙамында конкурста ҡатнаштым. Шунһыҙ ошондай уңышҡа өлгәшеү ҡыйын булыр ине. Беҙ муниципаль этапта еңдек, республикала тәбиғи-ғилми йүнәлеш буйынса иң яҡшылары булдыҡ. Хәҙер, байтаҡ һайлап алыу этаптарын үтеп, Башҡортостан исеменән бөтә Рәсәй этабында сығыш яһайым», - тине Ангелина Вежнина.

«Өҫтәмә белем биреүҙә балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙе ойоштороуҙың яңы формалары» темаһына асыҡ оҫталыҡ дәресе үткәреү ҡатнашыусылар өсөн тәүге конкурс һынауы буласаҡ.

Барлыҡ һынауҙар һөҙөмтәләре буйынса 2022 йылғы «Йөрәгемде балаларға бирәм» конкурсының  еңеүсеһе иғлан ителәсәк.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас