

Кисә Радий Хәбиров Иглин районының Майск ауылында Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың ғаиләһе менән осрашты. Күрһәтелгән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Денис Фәтхетдинов Шайморатов орденына лайыҡ була.
Республика етәксеһе геройҙың ҡатыны Виктория Фәтхетдинова, уның ҡәйнәһе Светлана Бәширова һәм ике балаһы - Станислав һәм Самир менән аралашты. Радий Хәбиров сәй табынында ҡараусыһын юғалтҡан ғаиләлә ниндәй проблемалар барлығы менән ҡыҙыҡһынды һәм республиканың бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәген билдәләне.
«Артабан нисек йәшәүебеҙ хаҡында һөйләштек. Ике бәләкәй бала етем ҡалды. Хәләл ефетенең ҡустыһы бар, ул 9-сы класты тамамлай, колледжға инергә хыяллана. Көнкүреш мәсьәләләре тикшерелде. Тормош иптәшенең үгәй атаһы - ул да хәрби хеҙмәттә, Харьков өлкәһендә һуғыша. Әлбиттә, һәр саҡ әйтеп үткәнемсә, бындай ғаиләләргә, беренсе сиратта, ныҡ ярҙам итәсәкбеҙ. Бында ике шәп малай үҫә. Уларға биш һәм ике йәш. Улар хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Денис Динар улы Фәтхетдинов 1994 йылдың 25 авгусында Иглин районының Күҙәй ҡасабаһында тыуған.
1-9 кластарҙа Күҙәй урта мәктәбендә уҡый, уны тамамлағандан һуң Өфөләге автотранспорт колледжына инә.
Денис изгелекле, аралашыусан, эшһөйәр, тырыш егет ине. Спорт менән шөғөлләнә, бокс буйынса 1 өлкәндәр разряды бар. Герой намыҫ һәм хәрби бурыс мәсьәләләренә һаҡсыл ҡараған, үҙ-үҙен талап иткән, мөнәсәбәттәрҙә ышанысты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы ҡәҙерләгән.
2014 йылдың майынан 2015 йылдың майына тиклем хәрби бурысын үтәй. Хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә. Сүриәлә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Быйыл йәй генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальонға инә.
Герой 11 сентябрҙә Украина биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
"Башинформ".