Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2022, 15:18

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәләк булды

Артист Донбасҡа хәрби хеҙмәткә гуманитар йөк менән китеп барған.

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәләк булдыРәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәләк булды
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәләк булды

Ярославль өлкәһендә М-8 трассаһында билдәле актер һәм режиссер, Волков исемендәге театрҙың художество етәксеһе Сергей Пускепалис һәләк булған. 

Актер 1966 йылдың 15 апрелендә Курскиҙа тыуған, ә 14 йәшендә ғаиләһе менән Һарытауға күскән. Һуңыраҡ Мәскәүгә күсеп китә, унда ГИТИС-тың режиссерлыҡ факультетын тамамлай. Ул Һамарҙағы «Понедельник» театрында режиссер, Пушкин исемендәге Магнитогорск драма театрында баш режиссер һәм Олег Табаков етәкселегендә Мәскәү театр-студияһында ҡуйыусы режиссер булып эшләгән. 2014 йылда Пускепалис МХАТ-тың художество етәксеһенең ижади эш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 2019 йылдың авгусынан ул Волков исемендәге Ярославль драма театрының художество етәксеһе вазифаһын биләй.

1999 йылда уға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирелә. Актер төшөргән билдәле фильмдар араһында  «Сибирь. Монамур», «Мой парень — ангел», «Черное море», «Битва за Севастополь, «Ледокол», «Хождение по мукам», «Елки новые», «На острие», «1941. Крылья над Берлином», «Частица Вселенной», «Крестный», «Крик совы» и «Операция "Мухаббат"».

Артист Донбасҡа хәрби хеҙмәткә гуманитар йөк менән китеп барған. 201-се саҡрымда автомобиль йөк машинаһы менән бәрелешкәндән һуң ҡабырғаһына ауған. Салондағы ике кеше урында һәләк булған. Фура водителе реанимацияла.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас