

Сентябрҙең һуңғы шәмбеһендә барлыҡ ҡала һәм райондарҙа «Ғаилә» үҙәктәре күңел асыу сараларын уҙғара. Уларға инеү бушлай.
Байрам программаһында ғаилә ағзалары өсөн мауыҡтырғыс квест, «Банан тәгәрмәсе», «Ғаилә терапияһы техниктары: ыңғай алмашыуҙар» оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар ҡаралған.
Бөтә ерҙә лә «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре - психологтар һәм юристар эшләйәсәк. Улар төрлө һорауҙар буйынса консультациялар бирә.
Был көндө Өфө ғаиләләрен «Родина» кинотеатры майҙансығына саҡыралар. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.
Башҡортостандың Ғаилә порталындағы «Ғаилә афишаһы» бүлегендә ҡала һәм райондарҙа Ғаилә ялын уҙғарыу урынын һәм ваҡытын аныҡларға мөмкин.
Ойоштороусылар балаларға ла, өлкәндәргә лә күңелле буласаҡ тип вәғәҙәләй.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.