

Төмәндә үтәсәк бөтә Рәсәй педагогтар конкурсы финалында Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Смехова ҡатнашасаҡ.
Финал этаптары алдынан коллегаһына былтыр конкурста ҡатнашҡан 39-сы гимназияның биология уҡытыусыһы Фидан Ғафаров уңыштар теләне.
- Юлия Александровнаға бөтә конкурс һынауҙарын уңышлы һәм еңел үтеүен, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүен теләйем! - тине ул. - "Йыл уҡытыусыһы" - ул, тәү сиратта, үҙ һөнәрен һис шикһеҙ яратҡан һәм уларҙан өйрәнерлек булған кешеләр, уҡытыусылар.
Төмәндә финал 22 сентябрҙән 27-һенә тиклем дауам итә. Сарала ҡатнашыусыларҙы өс һынау көтә: дәрес, оҫталыҡ дәресе һәм матбуғат конференцияһы. 15 лауреат уҡытыусылар бәйгеһендә көс һынашасаҡ. Ә биш еңеүсе Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов менән Мәскәүгә "Педагогик совет" ҡа юлланасаҡ. "Йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүсеһе һәм төп бүләккә - "Ҙур гәлсәр пеликан"ға эйә булыусы шунда аталасаҡ та инде.
Бүләкләү тантанаһы 2022 йылдың 5 октябрендә Дәүләт Кремль һарайында үтә.