Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2022, 10:06

Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһе үтәсәк

Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙенең продукцияһын һәүәҫкәр умартасылар, крәҫтиән фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк.

Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһе үтәсәк
Өфөлә «Татлы бал» йәрминкәһе үтәсәк

Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙенең продукцияһын һәүәҫкәр умартасылар, крәҫтиән фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк.

Умартасылар йәрминкәлә иң яҡшы бал конкурсында  ярышасаҡ.

Күргәҙмә-йәрминкәлә балдың сифатын баһалау буйынса ветеринария лабораторияһы эшләйәсәк. Белгестәр фермерҙарға консультация бирә, умартасылыҡты ветеринар оҙатыу һәм умартасылыҡ хужалыҡтарын үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы алыу буйынса һорауҙарға яуап бирә. Иҫтәлеккә матур фотоһүрәттәрҙе тематик фотозонала эшләргә мөмкин.

Күргәҙмә 24 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә асыла. Артабанғы көндәрҙә ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө хакимиәте, «Рәсәй умартасылары союзы» төбәк бүлексәһе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, тип хәбәр итте Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге вәкиле.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: