Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2022, 09:26

Йөклөлөк һәм бала тәрбиәләү буйынса пособиелар арта

Был хаҡта, Социаль фонд бюджеты проектына һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.

Йөклөлөк һәм бала тәрбиәләү буйынса пособиелар арта
Йөклөлөк һәм бала тәрбиәләү буйынса пособиелар арта

2024 йылда йөклөлөк һәм бала табыу, йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособиеларҙың максималь күләме ағымдағы йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға арта, ә 2025 йылда - ике тапҡырға. Был хаҡта, Социаль фонд бюджеты проектына һылтанып, РИА Новости хәбәр итә.

Документтың аңлатмаһында билдәләнеүенсә, киләһе йылда йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособиеның сикке күләме айына 33282 һумға етә, 2024 йылда - 49123 һум, ә 2025 йылда - 66330 һум.

Бынан тыш, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның сикке күләме 2023 йылда айына - 83204 һум, 2024 йылда - айына 122808 һум, 2025 йылда 165826 һум була.

Киләһе йылда йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпускыла пособиеның максималь күләме 383179 һум, 2024 йылда - 565562 һум, ә 2025 йылда 763671 һум була тип билдәләнә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: