

Рәсәй гвардияһының йыйылма отряды Башҡортостанға махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты. Яугирҙар Украинала махсус хәрби операция үткәреү барышында үҙҙәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәне, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Туғандары һәм яҡындары, ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары менән бергә яугирҙарҙы республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы начальнигы полиция генерал-майоры Александр Бурдо ҡаршы алды.
"Бөгөн Башҡортостан һеҙҙе - ысын геройҙарҙы ҡаршы алыуы менән бәхетле. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙҙең батырлығығыҙ һәм ҡаһарманлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ, бөтә республика һеҙҙең менән ғорурлана!", - тип мөрәжәғәт итте Ирек Сәғитов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға.
Ихлас рәхмәт һүҙҙәре менән һүҙҙәре менән полиция генерал-майоры Александр Бурдо мөрәжәғәт итте.
"Беҙ һеҙҙе, тәү сиратта туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм дуҫтарығыҙ ихлас көттөк. Ошо ауыр көндәрҙә төбәк халҡы Украинала барған хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтте. Командировканың һуңғы көнөнә тиклем һеҙ Ватанға тоғро булып ҡалдығыҙ, хатта ауыр минуттарҙа ла берегеҙ ҙә ҡурҡаҡлыҡ йәки миһырбанһыҙлыҡ күрһәтмәнегеҙ. Ә иң мөһиме - барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ошондай уҡ хеҙмәт һәм уға алмашҡа киткәндәр кире иҫән-һау ҡайтырҙар, тип ышанабыҙ", - тине төбәк ведомствоһы етәксеһе.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-25/vse-zhivy-i-zdorovy-v-bashkiriyu-s-territorii-svo-vernulsya-svodnyy-otryad-rosgvardii-2965319