Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2022, 08:21

Студенттарға - отсрочка!

Рәсәй Президенты Владимир Путин "мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү биреү тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Студенттарға - отсрочка!Студенттарға - отсрочка!
Студенттарға - отсрочка!

Рәсәй Президенты Владимир Путин "мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү биреү тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

"Дәүләт белем биреү ойошмаларында, ғилми ойошмаларҙа урта һөнәри һәм юғары белем биреү программалары буйынса көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу (киске белем биреү) формаларында уҡыған һәм тәүге тапҡыр тейешле кимәлдә белем алған студенттарға мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелә", - тиелә документта.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә һәм 2022 йылдың 21 сентябренән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-09-25/podpisan-ukaz-studentam-otsrochka-2964910

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас