Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2022, 05:14

Башҡортостан каратистары милли йыйылма командаға алтын килтерҙе

Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Башҡортостан каратистары милли йыйылма командаға алтын килтерҙеБашҡортостан каратистары милли йыйылма командаға алтын килтерҙе
Башҡортостан каратистары милли йыйылма командаға алтын килтерҙе

Башҡортостан спортсылары милли йыйылмала каратэ буйынса "Open Yerevan" халыҡ-ара ярыштарында еңеүсе һәм призер булды. Был хаҡта Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итә.

Эрнест Шәрәфетдинов (75 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы) милли йыйылмаға алтын миҙал килтерҙе. Айгөл Садиҡова (48 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы) һәм Михаил Ромащенко (61 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы) көмөш миҙалдар яуланы.

Спортсылар Өфөнөң 12-се олимпия резервы спорт мәктәбе, шулай уҡ «Империя» һәм «Лидер» спорт клубтары тәрбиәләнеүселәре.

Бәйге 23-25 сентябрҙә Ереванда уҙҙы. Иң көслөләр исеменә Рәсәй, Әрмәнстан, Башҡортостан, Грузия һәм Иран спортсылары көс һынашты.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-09-26/karatisty-bashkirii-prinesli-zoloto-v-kopilku-natsionalnoy-sbornoy-2965578

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас