Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 16:19

Башҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса бирелә

Бөгөн Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында хөкүмәттең тейешле ҡарары баҫылған.

Башҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса биреләБашҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса бирелә
Башҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусыға 690-шар мең һум аҡса бирелә

Башҡортостанда ауыл мәктәптәренән 25 йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә грант ярҙамы аласаҡ. Бөгөн Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында хөкүмәттең тейешле ҡарары баҫылған.

Грант алыусыларҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

Бынан алда республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 июнендәге «Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында»ғы указға үҙгәрештәр индерҙе. Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 2022 йылда йәш уҡытыусыларға йыл һайын 25 грант булдырыла, һәр береһе 690-шар мең һум. Конкурста иң күбе бер ставка менән эшләгән һәм 15 меңдән күберәк кеше йәшәгән тораҡ пунктта 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың йәш ауыл уҡытыусылары өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылды. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итергә, юғары һөнәри ҡаҙаныштарҙы дәртләндерергә тейеш.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас