Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Сентября 2022, 05:02

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле Луганск академия филармонияһында сығыш яһаны

Рус, башҡорт, мордва, татар, беларус, ҡалмыҡ, коряк бейеүҙәрен алҡышлаған ерҙә нацизмға урын юҡ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле Луганск академия филармонияһында сығыш яһаныФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле Луганск академия филармонияһында сығыш яһаны
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле Луганск академия филармонияһында сығыш яһаны

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Луганск герой-ҡалаһында үҙҙәренең 83-сө концерт миҙгелен асты, тип хәбәр итте Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

- ЛНР-ҙа табиптарыбыҙ, юлсылар, төҙөүселәр һәм башҡа бик күп белгестәр эшләй. Хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары ла Луганск халҡына күп милләтле Башҡортостандың бер өлөшөн алып килде, - тип яҙҙы республика башлығы.

Ул былай тине: «Рус, башҡорт, мордва, татар, белорус, ҡалмыҡ,, коряк бейеүҙәренә алҡыштар яһаған ерҙә нацизмға урын булмауы, ә халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең матурлығына, дуҫлығына үҙ-ара ихтирамына урын бар . Шулай булды һәм шулай буласаҡ та».

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас