

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы» йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
"Бөгөн илебеҙ биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың берҙәмлеге һис ҡасан булмағанса мөһим. Милләттәребеҙ төрлө, һәр кемдең үҙ туған теле - Тыуған илебеҙ, тарихыбыҙ һәм яҙмышыбыҙ бер. Берҙәмлекте һәм ватансылыҡты аңлау, тәү сиратта, ғаиләлә һәм мәктәптә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә туған телгә һөйөү аша тәрбиәләнә", - тип билдәләне министр.
Башҡортостан Башлығы Указы менән «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Мираҫ Ишдәүләтовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
"Ставрополь крайында булғанда, мин республика күрһәткән ярҙамды бик ныҡ тойҙом. Беҙ бик көслө, дуҫ республика һәм дөйөм эшебеҙ һөҙөмтәһендә генә Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булдыҡ, тиҙәр Башҡортостан хаҡында",- тип һөйләне Мирас Ишдәүләтов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2022" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының "Иң яҡшы медиавизитка" номинацияһында 35 меңгә яҡын кеше Башҡортостандан ҡатнашҡан конкурсанттар өсөн тауыш бирҙе. Һөҙөмтәлә Мирас Ишдәүләтов был номинацияла еңеүсе булды.
Өфө уҡытыусыһы бөтә Рәсәйҙәге 68 педагогты уҙып китеп, Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе бишәү иҫәбенә инде. Конкурстың финалы Пятигорскиҙа уҙҙы, унда Рәсәй халыҡтарының 30-ҙан ашыу теле вәкилдәре ҡатнашты.
"Башинформ".