Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2022, 07:34

Референдумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле

Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе хаҡында референдумдарҙың яҡынса һөҙөмтәләре асыҡланды.

Референдумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәлеРеферендумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле
Референдумдарҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе хаҡында референдумдарҙың яҡынса һөҙөмтәләрен хәбәр итте.

Луганск Халыҡ Республикаһында халыҡтың — 98,42% , Донецк Халыҡ Республикаһында — 99,23%, Херсонда — 87,05%, Запорожьела 93,11% Рәсәй составына инеү яҡлы.

«Ҡабул ителгән ҡарар миллиондарса халыҡты геноцидтан ҡотҡара. Бергәләп киләсәккә пландар ҡорорға мөмкинлек бирә», — тип яҙҙы Вячеслав Володин.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас