Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2022, 16:29

Башҡортостандың йыйылма командаһы тәүгә өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогында көмөш призер булды

Был хаҡта республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостандың йыйылма командаһы тәүгә өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогында көмөш призер булдыБашҡортостандың йыйылма командаһы тәүгә өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогында көмөш призер булды
Башҡортостандың йыйылма командаһы тәүгә өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй кубогында көмөш призер булды

Өҫтәл теннисы буйынса Башҡортостан командаһы үҙ тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй кубогы финалына сыҡты, һөҙөмтәлә көмөш миҙалдар яуланы. Был хаҡта республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Турнир Сочиҙа тамамланды. Почетлы трофей өсөн хәл иткес алышта Башҡортостан спортсылары Мәскәү йыйылмаһынан 1:3 иҫәбе менән еңелде.

Беренсе кубок стадияһында республика йыйылмаһы сирек финалда Татарстан командаһын 3:0 иҫәбе менән еңде. Һуңынан ярымфиналда Рәсәй кубогы-2021 эйәһе Краснодар крайынан дәғүәселәрен 3:2 иҫәбе менән еңде.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас