

Баҡалы социаль приютында тәрбиәләнеүселәр Һарытауҙа хәрби әҙерлек урынында булған өлкән яҡташтарына хат яҙҙы.
Был хаттарҙа тиҙерәк еңеү һәм иҫән-һау ҡайтыу теләктәре китә. Бынан тыш, балалар һалдаттар өсөн аппликация әҙерләгән, уларҙа аҡ күгәрсендәр һәм сағыу ҡояш өҫтөнлөк итә. Улар, бәләкәй ватанынан бындай сәләм мобилизацияланған баҡалыларҙы дәртләндереүгә һәләтле, тип ышана.
- Балалар сәйәсәт, хәрби хәрәкәттәр хаҡында бер нәмә лә белмәһен ине, - ти приюттың социаль педагогы Гөлназ Хәмәтуллина. - Әммә был мөмкин түгел - улар тирә-йүндәгеләрҙең һөйләшеүҙәрен ишетә, телевизор ҡарай һәм һорауҙарға яуап эҙләй. Беҙ уларға, илебеҙгә хәүеф янағаны һәм ир-егеттәрҙең, шул иҫәптән районыбыҙҙа тыуып үҫкәндәрҙең, уны яҡлауы тураһында һөйләйбеҙ.