Шоңҡар
+12 °С
Дождь
Йәмғиәт
4 Октября 2022, 08:11

Башҡортостан Премьер-министры аграрийҙар өсөн кредит льготалары хаҡында һөйләне

"Был сара йыл әйләнәһенә эске баҙарға йәшелсә-емеш оҙатыу күләмен арттырырға ярҙам итергә тейеш".

Башҡортостан Премьер-министры аграрийҙар өсөн кредит льготалары хаҡында һөйләнеБашҡортостан Премьер-министры аграрийҙар өсөн кредит льготалары хаҡында һөйләне
Башҡортостан Премьер-министры аграрийҙар өсөн кредит льготалары хаҡында һөйләне

Теплица комплекстары төҙөүгә льготалы кредиттарҙы ҡаплау срогы 12-нән 15 йылға тиклем оҙайтыла.

"Был сара йыл әйләнәһенә эске баҙарға йәшелсә-емеш оҙатыу күләмен арттырырға ярҙам итергә тейеш", - тип аңлатма бирҙе яңылыҡҡа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Әлеге ваҡытта республикала 56 теплица комплексы иҫәпләнә. Алдағы ике йылда тағы бер нисә объект төҙөү планлаштырыла.

Өҫтәүенә, илдә тағы ла бер ярҙам сараһы - ярҙамсыл ауыл хужалығы алып барған граждандар өсөн йылына 5% менән льготалы кредит ғәмәлгә индерелә.

Шулай итеп, премьер фекеренсә, миҙгел араһында республика йәшелсәне сит илдән килтермәйенсә һатып алыуға өлгәшә аласаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас