

Был дата алдынан ҡала халҡына «Өфө Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлай» флешмобында ҡатнашырға тәҡдим ителәсәк.
Был дата алдынан ҡала халҡына «Өфө Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлай» флешмобында ҡатнашырға тәҡдим ителә. Бының өсөн 10 октябргә тиклем Республика көнө менән ҡотлау видеояҙмаһын 1 минутҡаса әҙерләргә һәм уны «Бәйләнештә»ге сәхифәһенә һалырға кәрәк.
Видеола ҡаланың танылыу яулаған урындары күренергә тейеш. 13 октябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ.
5 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Нуғай мәҙәниәт йортонда башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүесе - «Милләт байлығы» түшелдеректәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе була. 6 октябрҙә киске сәғәт 7-лә ошонда уҡ «Минең Республикамды йырлайым!» байрам концерты уҙа, башҡорт, рус һәм татар халыҡ йырҙары яңғырай.
Шул уҡ көндә киске сәғәт 5-тә Өфө балалар филармонияһында ижади коллективтарҙың концерты була.
7 октябрҙә ҡаланың мәҙәни-ял итеү үҙәгендә ижади коллективтарҙың «Беҙ барыбыҙға ла йөрәктәребеҙҙе бүләк итәбеҙ» концерты үтәсәк. Тамашасыларҙы Үҙәктең ижади кольллективтарында һәләтле ҡатнашыусылар башҡарыуында йыр-бейеү композициялары көтә. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.
11 октябрҙә Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалыу була.
Бынан тыш, Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен асыу тантанаһы була.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем дауам итә. Майҙанда - "Геройҙар ваҡыты" беренсе бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестиваленең финалы, һуңынан киске 9-ҙан Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты була.
Өфө ҡала планетарийында тулы көнлөк программалар сеанстары башланыр алдынан көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, 3-сө яртыла һәм 4-тә «Минең йортом - минең Республикам» исеме аҫтында уйын программалары, конкурстар һәм викториналар уҙа.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһының тарих музейы «Республика именлегенә - һәр кем мәнфәғәтендә» ойошмаһы уҡыу-етештереү предприятиелары изделиелары күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнала һәм дүшәмбе-йома көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем эшләй.
Баш ҡала райондары майҙансыҡтарында, балалар музыка мәктәптәрендә һәм китапханаларында концерттар, тематик сәғәттәр, китаптар һәм фотокүргәҙмәләр, уйын программалары һәм квиздары, осрашыуҙар һәм шиғри саралар үтәсәк.
Өфө хакимиәте мәғлүмәте буйынса.