Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 04:22

Мобилизацияланғандар ниндәй һөнәрҙәр ала?

Хәҙер иң мөһиме, атыу оҫталығын арттырырға", - тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығына Татарстандан Замир Йәнтүрин.

Мобилизацияланғандар ниндәй һөнәрҙәр ала?Мобилизацияланғандар ниндәй һөнәрҙәр ала?
Мобилизацияланғандар ниндәй һөнәрҙәр ала?

Сентябрь аҙағында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған Башҡортостан халҡы биш ҡалала хәрби эште башлаған. Октябрҙең тәүге көндәрендә кадрҙар офицерҙары мобилизацияланған теоретик дәрестәр үткәрә, яҡын арала улар практик күнекмәләргә күсәсәк. Башҡортостан яугирҙәре урынлашҡан ерҙә тәүге көндәрҙең нисек барыуы тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисына Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшселәре һөйләне.

"Быға тиклем беҙ казармалар буйынса урынлаштырыу менән шөғөлләндек. 1 октябрҙән тактик әҙерлеккә, медицинаны үҙләштереүгә, янғын хәүефһеҙлегенә тотондолар. Уларҙың кәйефе күтәренке, бөтә нескәлектәргә төшөнәбеҙ, командирҙарҙы иғтибар менән тыңлайбыҙ, бының мөһим булыуын аңлайбыҙ. Беҙҙең яҡта яугирҙар мотоуҡсылар, артиллерия взводтары һәм разведка буйынса бүленгән. Уҡытыу ҙур, күп саҡрымлыҡ полигонда үтә. Әммә хәрби эш теорияһын һәм практикаһын өйрәнгән арала беҙгә атыу ҡоралын бирмәнеләр әле. Яҡын арала атыу буйынса әҙерләнә башлайбыҙ. Беҙҙең әҙерлек көндәр буйына яҙылған, белемде әкренләп үҙләштерәбеҙ. Беҙҙең күбебеҙ өсөн хәрби эштә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, күп дәрестәр ашығыс хеҙмәт барышында уҡ үткәрелде, хәҙер уларҙы хәтергә төшөрөргә, нығытырға һәм үтекләргә генә ҡала. Хәҙер иң мөһиме, атыу оҫталығын арттырырға", - тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығына Татарстандан Замир Йәнтүрин.

Армия өсөн тыл ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Һарытау өлкәһендә булған Рафаэль Сатаев. Бында Башҡортостандан мобилизацияланғандар хәрби матди-техник тәьминәт академияһында уҡый.

"Беҙҙән Рәсәй ҡораллы көстәренең матди-техник тәьминәте белгестәре, икенсе һүҙ менән әйткәндә, тыл хеҙмәте - ашнаҡсылар, мунсасылар әҙерләйҙәр. Механика-водителгә уҡыусылар ҙа бар. Мин үҙем ашнаҡсылыҡҡа өйрәнәм. Атыу ҡоралын әлегә бирмәнеләр, әммә полигонға сыҡҡтыҡ. Әлегә уҡытыу башлыса академия кластарында бара", - тип һөйләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостандан саҡырылғандар Свердловск өлкәһендә хәрби көйләү урынында шәхси атыу ҡоралы алған һәм полигонда атыу күнекмәләре туплаған. Был турала "Башинформ" агентлығына республика Башлығының хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса советнигы Артур Мөсәкәлимов хәбәр иткәйне.

"Сапер ротаһы мина ҡуйыу өсөн дөйөм ғәскәри ҡорамал алды. Бынан тыш, яугирҙәргә хәрби техника менән эш тора. Дәрестәр штат расписаниеһы буйынса Рәсәй Федерацияһы ҡораллы көстәрендә һәм хәрби вазифала ашығыс хеҙмәт ваҡытында алған тәжрибәһенә ярашлы уҙғарыла", - тип һөйләне Артур Мөсәкәлимов.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас