Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Октябрь 2022, 15:04

Оборона министры Шойгу хәрби комиссариаттарға кисектереү биреү тәртибен тиҙ арала еткерергә ҡушты

Генераль штаб тарафынан әҙерләнгән кисектереүҙәр буйынса ентекле аңлатмалар...

Оборона министры Шойгу хәрби комиссариаттарға кисектереү биреү тәртибен тиҙ арала еткерергә ҡуштыОборона министры Шойгу хәрби комиссариаттарға кисектереү биреү тәртибен тиҙ арала еткерергә ҡушты
Оборона министры Шойгу хәрби комиссариаттарға кисектереү биреү тәртибен тиҙ арала еткерергә ҡушты

Оборона министры Сергей Шойгу ҡораллы көстәрҙең Генераль штабына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мобилизациялау буйынса кисектереү биреү тәртибен хәрби комиссариаттарға еткерергә ҡушты. Тейешле бойороҡто ул Рәсәй ҡораллы көстәренең етәксе составы менән селектор кәңәшмәһендә бирҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

Тәү сиратта көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу (киске белем биреү) бүлектәрендә белем алған, беренсе һөнәргә эйә булған юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттарына кисектереү ҡаралған. Генераль штаб тарафынан әҙерләнгән кисектереүҙәр буйынса ентекле аңлатмалар оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларында, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә аккредитацияланған ойошмаларҙа, айырым элемтә ҡоролмаларының тотороҡлолоғон, хәүефһеҙлеген һәм эшләү бөтөнлөгөн тәьмин итеүҙә, киң мәғлүмәт сараларында, тапшырыу каналдарында һәм радиоканалдарҙа, шулай уҡ милли түләү системаһының һәм финанс баҙары инфраструктураһының тотороҡлоғон тәьмин итеүсе ойошмаларҙа эшләүсе граждандарға ла ҡағыла.

Фото:Олег Яровиков

"Башинформ".

Автор:
Читайте нас