

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары - Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, "Алдыбыҙҙа белем донъяһын асҡан, күп быуатлыҡ мәҙәниәт байлығына ылыҡтырған, "беҙҙә матурлыҡ үҫентеләрен тәрбиәләгән" аҡыллы остаздарыбыҙҙың исемен ғүмер буйы йөрөтәбеҙ".
Бөгөнгө еңел булмаған заманда уҡытыусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын яуаплы башҡара, уҡыусылар менән иң мөһим нәмәләрҙе аңлаталар, яҡташтарының батырлыҡтары тураһында һөйләйҙәр. Хәҙер республика мәктәптәрендә инженер, медицина, кадет, шайморатов һәм башҡа профилле кластар асыла.
Башҡортостан Башлығы фекеренсә, хәҙерге заман уҡытыусыһы үҙендә тәрән аҡыллылыҡты, сабырлыҡты берләштерергә, предмет компетенцияларына эйә булырға, даими рәүештә үҙенең оҫталығын камиллаштырырға тейеш.
"Республикала уҡытыусыларҙың күбеһе - изге күңелле һәм хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар. Мәғариф системаһы иңегеҙҙә тора, һәм һеҙ был изге миссияны уңышлы атҡараһығыҙ, - тине ул. - Киләһе йылда беҙгә бик күп эштәр башҡарырға - белем сифатын күтәрергә, олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләргә, егет-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан нығытырға, уларға буласаҡ һөнәрен һайларға ярҙам итергә кәрәк. Балаларҙың дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе, Ватаныбыҙҙың патриоттары булып үҫеүе, шәхси һәм һөнәри үҫешкә әҙер булыуы мөһим. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт теләйем! Киләсәгегеҙ яҡты булһын, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итһен".
"Башинформ".