Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 16:14

Башҡортостандан ике уҡытыусы федераль премияларға лайыҡ булды

Был шатлыҡлы ваҡиға тураһында Уҡытыусылар көнөндә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләне.

Башҡортостандан ике уҡытыусы федераль премияларға лайыҡ булдыБашҡортостандан ике уҡытыусы федераль премияларға лайыҡ булды
Башҡортостандан ике уҡытыусы федераль премияларға лайыҡ булды

Был шатлыҡлы ваҡиға тураһында Уҡытыусылар көнөндә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләне. Балалар сәнғәт мәктәптәре, колледждар һәм юғары уҡыу йорттарының музыкаль белем биреү өлкәһендә эшләгән иң яҡшы уҡытыусыларына премиялар тапшырыуға конкурс быйыл тәүгә ойошторолдо, тип билдәләне ул. Бөтә Рәсәйҙә 150 педагог еңеүсе булды, уларҙың икәүһе - Валентина Ивановна Старикова һәм Галина Владимировна Чижова - Башҡортостанда эшләй.

Хеҙмәттәштәребеҙҙе,  Башҡортостандың  педагогик берләшмәһе вәкилдәрен оло ғорурлыҡ менән юғары һөнәри ҡаҙанышҡа ирешеүҙәре менән ҡотлайым, - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Шулай уҡ ул, бынан алып бындай премиялар йыл һайын биреләсәк, тип өҫтәне: балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларына йыл һайын – 500-әр мең һумлыҡ 100 премия, профессиональ һәм юғары белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына 1-шәр миллион һумлыҡ 50 премия ҡаралған.

Фото: Әминә Шафиҡованың шәхси сәхифәһенән алынды.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас