Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Октябрь 2022, 14:17

Өфөлә "Башҡортостандың йәш киноһы" кинолабораторияһы башлана

Һөҙөмтәлә өс еңеүсе профессиональ команда менән үҙҙәренең фильмын төшөрә ала», - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева.

Өфөлә "Башҡортостандың йәш киноһы" кинолабораторияһы башланаӨфөлә "Башҡортостандың йәш киноһы" кинолабораторияһы башлана
Өфөлә "Башҡортостандың йәш киноһы" кинолабораторияһы башлана

3 октябрҙән Башҡортостан Кинематографистар союзы яңы проектты - «Башҡортостандың йәш киноһы» кинолабораторияһын башлай. Кинолаборатория Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәренә лә, 18-35 йәштәрҙәге йәш, ижади кешеләргә лә кино төшөрөргә мөмкинлек бирә.

"Беҙҙең Башҡортостан Кинематографистар союзы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы субсидияһы һәм Рәсәй Кинематографистар союзы субсидиялары, төрлө гранттар сиктәрендә төрлө лабораториялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, яңы һөнәр алырға, үҙен яңы амплуала һынап ҡарарға теләгән кешеләрҙең ижади мөмкинлектәрен киңәйтә. Кинолаборатория Башҡортостандың билдәле кино оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәрендә төрлө күнекмәләргә өйрәнеүҙән тыш, төп һөҙөмтәгә - питчингҡа, йәғни кино проекттары конкурсына әҙерләнергә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә өс еңеүсе профессиональ команда менән үҙҙәренең фильмын төшөрә ала", - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева.

Кинолабораторияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Композиторҙар союзы сайтында (http://bashkortkino.com/) анкета тултырырға кәрәк, ошонда уҡ кинолаборатория тураһында кәрәкле мәғлүмәт алырға була.

Проект 2022 йылда Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас