+22 °С
Ямғыр


Республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Донбаста алдынғы урында үҙ бурыстарын үтәгән Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәренең фотоһын һәм видеоролигын баҫтырып сығарҙы.
"Бөтәһенә лә сәләм еткерәбеҙ, беҙгә мотлаҡ ышанығыҙ! Ярҙамығыҙ, беҙҙең өсөн янып-көйгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта буласаҡ", - тип видеороликта көрәшсебеҙ хәл тураһында бәйән итә һәм үҙенән, дуҫынан, туғандарынан һәм яҡындарынан сәләм ебәрә. "Егеттәр яҙа: беҙгә ышанығыҙ. Ышанабыҙ! Эшләгеҙ, егеттәр! Тыныс хеҙмәт итегеҙ. Һеҙҙең артта - бөтә Башҡортостан. Беҙ һеҙгә бөтә яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.