+22 °С
Ямғыр


Хәйбулла районы Әбүбәкир ауылының уңғандары тыуған яғыбыҙҙа үҫкән үләндәрҙән шифалы сәй әҙерләп, һатыуға сығарған.
"Ауылыбыҙҙың экологик яҡтан таҙа ялан, урмандарында үҫкән шифалы үләндәрҙән генә торған тәмле сәй тәҡдим итәбеҙ!
Үлән файҙаһы бик ҙур. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйә.
Беҙҙең шифалы сәй мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, ҡарағат, еләк, малина, сейә япраҡтарынан тора", - ти улар.
Сәйҙе ауыл халҡы "Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы әҙерләй башлаған.