+21 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдиновтың Шайморатов исемендәге батальон урынлашҡан урынға барып етеүен хәбәр итте. Хәҙер улар Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт менән бергә алғы сафта тора. Улар яугирҙәребеҙгә өйҙән посылка һәм хаттар килтерҙе, хәрбиҙәргә әхлаҡи һәм психологик ярҙам күрһәтә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Бынан тыш, Камалетдинов ниндәй әйберҙәр етмәүен асыҡлау өсөн яугирҙар менән шәхсән үҙе аралашасаҡ. Талап ителгәндең барыһы ла гуманитар конвой менән алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ.
Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.