+21 °С
Болотло


Стәрлетамаҡ мэры Рөстәм Ғәзизов ҡала халҡының мөхәббәт тарихы тураһында һөйләне.
– Беҙ Пензала булғанда Илья никахтарын теркәүҙе ойоштороуҙа ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ уны тиҙ генә ойошторорға тырыштыҡ, хатта кейәү кеше үҙе лә аптыраны. Кәләште алып килеүҙе лә ойошторҙоҡ. Шулай итеп, Стәрлетамаҡта тағы ла бер ғаилә барлыҡҡа килде, – тип яҙған социаль селтәрҙә хакимиәт башлығы.
Рөстәм Ғәзизов бөтә Башҡортостан халҡы исеменән Илья менән Татьянаны был мөһим ваҡиға менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.