+21 °С
Болотло


Шайморатов исемендәге батальон көрәшселәре Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы. Яҡташтарына мөрәжәғәт иткәндә ирекмәндәр ике телдә - башҡорт һәм рус телдәрендә ныҡлы һаулыҡ һәм тыныс күк йөҙө теләне.
"Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе матур байрам, Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайбыҙ. Тыныс күк йөҙө, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ теләйбеҙ, улар һәр саҡ янығыҙҙа булһын. Алға, Башҡортостан!"
Республика халҡын ҡотлауға шулай уҡ Доставалов исемендәге ирекле батальон яугирҙары һәм Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡушылды.