Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Октябрь 2022, 13:49

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды

"Был награда ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, беҙ тағы ла нығыраҡ тырышасаҡбыҙ".

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тапшырылдыСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары тапшырылды

Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә арналған тантаналы сара барышында 2022 йылғы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә С. Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт премиялары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Яңы исемен алған лауреаттарға премияларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

- Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын төҙөү проекты өсөн “Архтамға” эксперт-проект бюроһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре - генераль директор Рөстәм Әлибаев, баш инженер Илфат Аҡтуғанов, баш архитектор Гөлфиә Тажетдинова; 

- “Заһир Исмәғилев мираҫының алтын биттәре” проекты өсөн БР Милли симфоник оркестры хеҙмәткәрҙәре - генераль директор Артур Нәзиуллин, баш дирижер Дмитрий Крюков;

- “Салауат вариҫтары сигенмәйәсәк” спектакле өсөн Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Артур Кәбиров, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Рәис Низаметдинов ошо ҙур наградаға лайыҡ булды.

Зөһрә Бураҡаева коронавирус пандемияһының иң ҡыҙыу мәлендә спектакль ниндәй ҡатмарлы шарттарҙа тыуыуын һөйләне, ләкин, сиргә ҡарамаҫтан, барыһы ла берҙәм көс менән эшләнек. Артур Кәбиров фекеренсә, премьеранан һуң спектакль артабан үҫә башлай, ыңғай яҡҡа үҙгәрә, ролдәр тәрәнәйә. "Әле беҙҙең спектакль премьераға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ тип әйтә алам. "Был награда  ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, беҙ тағы ла нығыраҡ тырышасаҡбыҙ", - тип өҫтәне Артур Кәбиров.

Лауреаттарҙы ихлас ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

https://www.bashinform.ru/news/republic_day/2022-10-11/v-ufe-glava-bashkortostana-torzhestvenno-vruchil-gosudarstvennye-premii-imeni-salavata-yulaeva-2984975

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас