Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 05:39

Тыныс хеҙмәт итегеҙ!

Республикала приставтар мобилизацияланғандарҙың бурысын туҡтатҡан.

Тыныс хеҙмәт итегеҙ!Тыныс хеҙмәт итегеҙ!
Тыныс хеҙмәт итегеҙ!

Башҡортостанда суд приставтары мобилизацияланған граждандарҙың бурысын туҡтатты. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә бурыслыларҙың хәрби хеҙмәт үтеү өсөн юланныуы сәбәпле, яҡынса 30 миллион һум суммаға башҡарма производстволар сиктәрендә бурысты түләтеү буйынса эштәр туҡтатылған.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса бүлексәләрендәге мобилизацияланғандарға ҡарата асылған башҡарма производстволарҙы туҡтатыу тураһындағы ғаризалар көн һайын тикшереүгә ҡабул ителә.

Бының өсөн мобилизацияланғандар, шулай уҡ уларҙың яҡын туғандары Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығының структур бүлексәләренә, Дәүләт хеҙмәттәре порталының шәхси кабинетында, шулай уҡ ведомствоның рәсми сайтында «Интернет - ҡабул итеү» бүлегендә мөрәжәғәт итә ала.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас