Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 15:22

Йылылыҡ өсөн хаҡ артырмы?

Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк хәбәр итте. 

Йылылыҡ өсөн хаҡ артырмы?Йылылыҡ өсөн хаҡ артырмы?
Йылылыҡ өсөн хаҡ артырмы?

Башҡортостанда йылытыу өсөн тарифтарҙың артыуы көтөлмәй. Был хаҡта республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк хәбәр итте. 

2022 йылға коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар уҙған йылдың декабрендә раҫланды. Бурдюк һөйләүенсә, Дәүләт комитеты уларҙы федераль ҡануниәткә ярашлы билдәләй.

- Әлегә тарифтарҙың артыуын көтмәйбеҙ. Әле тариф кампанияһы бара, унда 2023 йылға тарифтарҙы ҡарайбыҙ. Социаль-иҡтисади үҫештең һәм федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙең көнүҙәк прогнозын көтәбеҙ, - тип хәбәр итте ведомство башлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас