Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Октябрь 2022, 04:19

"АвтоВАЗ"да "Лада Веста"ның тәүге кузовтары иретеп йәбештерелде

Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

"АвтоВАЗ"да "Лада Веста"ның тәүге кузовтары иретеп йәбештерелде"АвтоВАЗ"да "Лада Веста"ның тәүге кузовтары иретеп йәбештерелде
"АвтоВАЗ"да "Лада Веста"ның тәүге кузовтары иретеп йәбештерелде

Тольяттиҙағы "АвтоВАЗ"да моделде етештереүҙе "Lada Ижевск" майҙансығынан күсергәндән һуң тәүге Кузовтарҙы иретеп йәбештергәндәр. Был эш сафҡа индереү-көйләү процесының бер өлөшө булып тора, ул 2023 йылда моделде сериялы етештереү башланғанға тиклем дауам итәсәк. Был хаҡта предприятиеның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Популяр модель производствоһын Ижевскиҙан Тольяттиға күсереү алдан раҫланған технологик план буйынса башҡарыла, тип билдәләнә. "АвтоВАЗ" ҡеүәттәре "Лада Веста"ға ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алыр тип күҙаллана. Производствоны күсереүгә инвестициялар яҡынса 1 миллиард һум тәшкил итә.

Фото: ® UfaTime.ru

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас