Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Октябрь 2022, 15:04

Мәскәүҙә өлөшләтә мобилизация тамамланды

Йәшәгән урыны буйынса һәм предприятиеларға мобилизациялау барышында ебәрелгән повесткалар ғәмәлдән сығарыла.

Мәскәүҙә өлөшләтә мобилизация тамамландыМәскәүҙә өлөшләтә мобилизация тамамланды
Мәскәүҙә өлөшләтә мобилизация тамамланды

Мәскәү мэры Сергей Собянин Мәскәүҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыуҙың тамамланыуы тураһында иғлан итте. Чиновниктың һүҙҙәренә ҡарағанда, Оборона министрлығы ҡуйған бурыстар тулы күләмдә үтәлде.

17 октябрҙә Мәскәү ваҡыты менән 14:00 сәғәттә баш ҡалала мобилизациялау пункттары ябылды. Йәшәгән урыны буйынса һәм предприятиеларға мобилизациялау барышында ебәрелгән  повесткалар ғәмәлдән сығарыла.

"Мобилизация бөгөн аталары, ирҙәре һәм улдары ғәмәлдәге армияға барған меңдәрсә Мәскәү ғаиләһе өсөн ҙур һынау булды. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе сиратта мәскәүҙәрҙең яуаплылығы, бурысын тойоуы һәм илһөйәрлеге ярҙамында өлөшләтә мобилизациялау буйынса бурысты үтәү мөмкин булды", - тип яҙҙы Собянин үҙенең телеграмма-каналында.

"Башинформ" агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Владимир Путин Астанала матбуғат конференцияһында, Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация алдағы ике аҙнала тамамланырға тейеш, тип белдерҙе.

Автор:
Читайте нас