

Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ата-әсәләргә айлыҡ пособиеға тағы 284 миллион һум бүленә, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Аҡса 3-тән 7 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, шулай уҡ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләү өсөн йүнәлтелә.
3-тән 7 йәшкәсә балаға пособие ғаиләнең килеменә ҡарап төбәк йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итә. Сумма һәр балаға 5 мең 873 һумдан 11 мең 747 һумға тиклем тирбәлә. Хәҙер бындай пособиены республиканың 88 мең ғаиләһе ала, уларға 8 миллиард һум самаһы түләнгән.
Өс йәшкәсә балаларға түләүҙәр өсөнсө йәки артабанғы бала тыуғандан һуң бирелә, пособие күләме төбәк йәшәү минимумына тиң.
Өҫтәмә финанслау 1 июндән йәшәү минимумын 10 процентҡа индексациялау менән бәйле.
Фото: Альберт Заһиров.