Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
18 Октябрь 2022, 15:59

Яҡташтарға ярҙам барып етте

"Яугирҙәребеҙ Тыуған иленең даими ярҙамын күрергә һәм тойорға тейеш. Ысынлап та, улар артында бөтә ил".

Яҡташтарға ярҙам барып еттеЯҡташтарға ярҙам барып етте
Яҡташтарға ярҙам барып етте

Башҡортостан халҡының йөрәк йылыһын был аҙнала Башҡортостандан саҡырылған махсус хәрби операция һалдаттары дауаланған һәм реабилитация үткән Симферополь һәм Севастополь ҡалаларына тапшырҙылар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы килтергән гуманитар йөккә беренсе кәрәк-яраҡ предметтары, республика халҡынан кейем-һалым һәм күстәнәстәр инә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан үҙ егеттәренә ярҙа итә, тип билдәләне.

"Был гуманитар ярҙам йөгө республика исеменән Севастополгә ебәрелгән, унда беҙҙең байтаҡ егеттәр дауалана һәм реабилитация үтә. Бында тәү сиратта Севастополдә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙан, активистарҙан ярҙам табыуҙары ҡыуандыра. Әүҙемселәребеҙгә ҙур рәхмәт, ошо ваҡыт эсендә улар йөҙгә яҡын егеттәргә барҙы, ярҙам итте, кейем-һалым, телефондар һатып алды, уларға ҡоймаҡ бешерҙе. Ысынлап та, өйҙәге йылылыҡты тойоу - ошондай күңел биреп ярҙам һәм хәстәрлек алыу бик мөһим", - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Был гуманитар рейс менән Башҡортостандан йылы әйберҙәр, кейем-һалым, көндәлек кәрәк-яраҡтар килде.

"Яугирҙәребеҙ Тыуған иленең даими ярҙамын күрергә һәм тойорға тейеш. Ысынлап та, улар артында бөтә ил. Улар беҙҙең терәгебеҙ һәм яҡлауыбыҙ, һәм беҙ, һәр кем үҙ урынында - уларҙы Ватанды һаҡлау кеүек изге эштә хуплайбыҙ. Шул иҫәптән - ошондай ярҙам йөктәрен йыйып. Беҙ йәмәғәт ойошмаһы булараҡ бындай йөктәрҙе подразделениеларҙың хәрби көйләнгән урындарына, махсус хәрби операция  үткәреү территорияларына оҙатабыҙ", - тине ул.

Депутат билдәләүенсә, республика балалар тыныслыҡты яҡлаған кешеләрҙе лә яҡлай - республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса координация штабы булдырылған. Хәҙер яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә өс тиҫтә ошондай ярҙам сараһы ҡаралған - уларҙың ғаиләләре төбәктән тейешле ярҙам ала.

"Егеттәребеҙҙең ғаиләләренә Ҡырым әүҙемселәре исеменән мөрәжәғәт итәһем килә. Севастополдә, Симферополдә һәм Феодосияла дауаланған яҡындарығыҙ тураһында мәғлүмәт кәрәк булһа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына йәки 7 917 443-33-36 номерына шылтыратырға, шулай уҡ көрәшселәргә ярҙам итергә әҙерҙәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин", - ти Эльвира Айытҡолова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов гуманитар йөктө даими формалаштырыу өсөн Башҡортостандан ғына түгел, башҡа субъекттарҙан да, державабыҙҙың сит илдәренән дә средстволар килеүен билдәләне - йәмәғәт ойошмаһы донъяның 36 иленән бөтә ҡоролтайҙарға саҡырыу менән мөрәжәғәт итте.

"Беҙҙең акцияға Европа һәм Урта Азиянан ватандаштарыбыҙ әүҙем ҡушылды. "Тепло сердец" гуманитар акцияһы ҡыш алдынан йылы кейем йыйыуға йүнәлтелгәйне. Әлеге ваҡытта был ҡалала дауаланған беҙҙең егеттәргә йылы кейем, ойоҡбаш һәм башҡа йылы әйберҙәр алып килдек. Беҙҙең акцияны республика властары ла, төбәктең эшлекле даирәләре лә хуплап сыҡты. Берәү ҙә битараф ҡалманы. Тиҙҙән йөк, уға медицина ҡорамалдары, инвентарь инә. Был ярҙам даими буласаҡ - егеттәр бында беҙҙең ярҙамды, берҙәмлекте тойорға тейеш", - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас