Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 10:31

Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" була

"Тура бәйләнеш"тең трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" булаБашҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" була
Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" була

27 октябрҙә 19 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан-24, "Бөтә Өфө", "Сәләм", "Юлдаш" радиоһы телеканалдарында тура эфирҙа республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә.

"Тура бәйләнеш"кә һорауҙы ике ысул менән ебәрергә - "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә төбәк етәксеһенең сәхифәһенә комментарий рәүешендә ебәрергә йәки видеомөрәжәғәтте яҙып алып, уны төбәк етәксеһенең рәсми сайтындағы махсус бүлеккә һалырға мөмкин. Һорауҙарҙы нисек дөрөҫ ебәреү тураһында видеоинструкцияла белергә була.

"Тура бәйләнеш"тең трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Фото:Олег Яровиков.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас