

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған "Йөрәк йылыһы" акцияһына Нефтекаманан эшҡыуар, тегенсе Лиана Евдокимова ла ҡушылды. Ул йомшаҡ тәбиғи тауарҙан өс тиҫтәнән ашыу таҫтамалдар теккән һәм һалдаттар өсөн ебәргән. Уңған яҡташыбыҙҙың ҡалала үҙ ательеһы бар. Лиана артабан яугирҙар өсөн тағы ла таҫтамалдар, эске кейем тегергә ниәтләй. Әйтеүенсә, ул ике тиҫтәгә яҡын фекерҙәштәр тапҡан һәм был изге эште артабан да дауам итәсәк, унан тыш, ательеһында гуманитар ярҙам тегергә йыйынған ҡатындарға урын бүлергә әҙер. Әйтергә кәрәк, Лиана Евдокимова әҙерләгән тәүге ярҙам Ҡырымға киткән гуманитар йөк менән госпиталдәге яҡташтарыбыҙға барып етте лә. Ә тегенсе, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән уңған ҡуллы милләттәшебеҙ, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Мәрфүға Аралбаева быға тиклем "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылып, флистан үҙе теккән 25 пар ойоҡбаш килтергәйне.
"Минең дә алыҫҡа юлланған, Ватанды һаҡлаған яҡташтарыма ярҙам иткем килде. Нисек һәм нимә эшләргә була тип уйланып йөрөнөм, унан итек эсенән кейә торған уңайлы ойоҡбаштар тегергә булдым. Флис кейем — туристар, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр, хәрбиҙәр өсөн иң яҡшыһы. Материал еңел, гипоаллерген, ныҡ, тиҙ кибә, шыма, йылылыҡ тота", — ти Мәрфүға Урал ҡыҙы.
Ошо көндәрҙә иһә ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисына тағы ла килеп китте һәм таҫы ла 25 пар ойоҡбаш һәм 40 башлыҡ килтерҙе. Улар төрлө үлсәмдәр буйынса тегелгән, каска эсенән кейергә мөмкин. Әүҙем миллтәштәребеҙгә ҙур рәхмәт! Ә "Йөрәк йылыһы" акцияһы октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул халҡыбыҙҙың киң күңелле, ихлас һәм берҙәм икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы. Мобилизацияланған яугирҙар, яу яланындағы хәрбиҙәр өсөн йылы ойоҡтар, бирсәткәләр һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы баш ҡаланың Революция урамы, 43 адресы буйынса килтергә мөмкин. Ноябрь башында ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатыласаҡ. Иң мөһиме — ҡайнар сәләмдәрегеҙ яугирҙәргә барып етһен, улар иһә имен-һау тиҙерәк тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһындар!
"Ҡоролтай" төркөмөнән.