Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Октябрь 2022, 14:30

Ҡотлайбыҙ!

Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамбле солисы Мәхмүт Эсамбаев исемендәге фестиваль-конкурс призеры булды

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Баһауетдинов Мәхмүт Эсамбаев исемендәге Халыҡ-ара яңғыҙ бейеү фестиваль-конкурсы призеры булды. Был хаҡта танылған башҡорт коллективының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Конкурсты Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Чечен Республикаһы хөкүмәтенең ойоштороу һәм финанс ярҙамында Чечен Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы патронажы аҫтында «Бөтә донъя чечен халҡы конгресы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

Иҫәп буйынса 13-сө Мәхмүт Эсамбаев исемендәге халыҡ-ара яңғыҙ бейеү фестиваль-конкурсы бер сәхнәлә бөтә Рәсәйҙән, Әрмәнстандан, Азербайжандан һәм Ҡаҙағстандан 72 йәш талантлы башҡарыусы-профессионалды: дәүләт бейеү ансамблдәре, фольклор йыр һәм бейеү ансамблдәре вәкилдәрен йыйҙы.

Айбулат Баһауетдинов жюри бүләген һәм ҡатнашыусы дипломын яуланы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас