Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Октябрь 2022, 06:10

Рәсәйҙә аҡса күсереүҙәре менән мутлашыу осраҡтарын тикшереү ябайлашасаҡ

Ошоноң арҡаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары мутлашыу операциялары, шул иҫәптән урланған аҡсаны алыусылар тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда тиерлек ала аласаҡ.

Рәсәйҙә аҡса күсереүҙәре менән мутлашыу осраҡтарын тикшереү ябайлашасаҡРәсәйҙә аҡса күсереүҙәре менән мутлашыу осраҡтарын тикшереү ябайлашасаҡ
Рәсәйҙә аҡса күсереүҙәре менән мутлашыу осраҡтарын тикшереү ябайлашасаҡ

РФ Президенты Рәсәй Банкы менән Эске эштәр министрлығының мәғлүмәти йәһәттән үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. 2021 йылдың 21 октябренән ведомстволар араһында автоматлаштырылған мәғлүмәттәр менән алмашыу эшләй башларға тейеш. Закон аҡса күсергәндә мутлашыу факттары буйынса эштәрҙе тикшереү тиҙлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип аңлаттылар Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙер бындай эштәрҙе ҡарағанда күп ваҡыт мәғлүмәттәрҙе һорауға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән банктар араһында хатлашыуға китә. Закон Эске эштәр министрлығын Рәсәй банкының ФинЦЕРТ автоматлаштырылған системаһына тоташтырыуҙы күҙ уңында тота. Унда клиенттарҙың ризалығынан тыш уҙғарылған операциялар хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Ошоноң арҡаһында хоҡуҡ һаҡлау органдары мутлашыу операциялары, шул иҫәптән урланған аҡсаны алыусылар тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда тиерлек ала аласаҡ. Мәғлүмәттәр менән алмашыу банк серенең бөтә нормаларын үтәп башҡарыласаҡ.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы, үҙ сиратында, ФинЦЕРТ базаһына законға ҡаршы ҡылынған эштәр тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Мәғлүмәт менән алмашыуҙа ҡатнашҡан банктар был мәғлүмәттәрҙе үҙҙәренең бизнес-процестарында иҫәпкә ала аласаҡ.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас