Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Октябрь 2022, 13:30

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн был күрһәткес 13% тәшкил итә

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләрБашҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр
Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия алыу мөмкинлеге тураһында иҫкә төшөрҙөләр.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә сығымдар граждандарҙың дөйөм килемендә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү өсөн рөхсәт ителгән иң ҙур сығымдар өлөшөнә тап килгән дәүмәлдән артҡан осраҡта ғына субсидия алыуға иҫәп тоторға мөмкин. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн был күрһәткес 13% тәшкил итә; 70 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн - 16%; яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн: ир-егеттәр - 60-69 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар - 55-69 йәш, - 18%; граждандарҙың башҡа категориялары өсөн - 20%.

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең рәсми сайтында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн субсидияларҙың онлайн-калькуляторы урынлаштырылған. Уның ярҙамында түләү алыуға хоҡуғыңды үҙаллы тикшерергә мөмкин.

"Субсидияны күп функциялы үҙәк бүлексәләре, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы, алдан яҙылыу буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалдары аша алырға мөмкин", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (347) 200-80-80, эш көндәрендә иртәнге 8-се яртынан киске 6-сы яртыға тиклем (йома һайын киске 5-кә ҡәҙәр).

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас