Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 06:46

Ҡапыл һыуытасаҡ

Ә ҡайһы бер райондарҙа ҡар яуасаҡ.

Ҡапыл һыуытасаҡҠапыл һыуытасаҡ
Ҡапыл һыуытасаҡ

Республикала алдағы көндәрҙә -7 градусҡа ҡәҙәр ҡапыл һыуытасаҡ, айырым райондарҙа ҡар яуасаҡ. Бының турала Башгидрометцентр хәбәр итә.

Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостанда ямғыр көтөлә, көнсығышта ул ҡар ҡатыш яуасаҡ. Төндә 0,…+5 градусҡаса һыуытасаҡ.

Шишәмбелә, 25 октябрҙә, төндә һәм көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыясаҡ. Һауа температураһы көндөҙ 0,…+5, төндә +1,…-4 градус буласаҡ.

Шаршамбыла, 26 октябрҙә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Төндә -7 градусҡаса һыуытасаҡ.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас