

Мобилизацияланған хәрби хеҙмәткәрҙәргә аҡсалата түләү ғәскәри час тарафынан тәғәйенләнә һәм иҫәпләнә. Ул алдағы ай өсөн түләнә. Йәғни сентябрь аҙағында саҡырылғандарға октябрҙә бер нисә көн өсөн аҡса түләнә. Ноябрҙә иһә аҡса тулы ай эсендә килеп етәсәк, тип аңлатты брифингта Башҡортостан хәрби комиссариатының социаль тәьминәт үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Александр Крумин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда «Башинформ» Рәсәй Федерацияһының Именлек советы ултырышында ил президенты Владимир Путиндың хәрби округҡа өлөшләтә мобилизация барышында саҡырылғандарҙың аҡсалата тәьминәте айына 195 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейешлеген хәбәр иткәйне.
"Башинформ".