Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 08:32

Егәрленең ҡулы ете

Фотола - Хәйбулла районы оҫтаһы Фәүзиә Ғимат ҡыҙының эштәре.

Хәйбулла районы Ивановка ауылында йәшәүсе оҫтабикә Фәүзиә Ғимат ҡыҙы Әхмәтшина төрлө ҡул эштәре менән үҙе генә шөғөлләнеп ҡалмай, башҡаларға ла өйрәтә. Ауылдың мәҙәниәт усағында йыйылып, теләге булған ауылдаштарына ул милли кейемдәр һәм биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Ауылдың ҡатын -ҡыҙҙары менән бер рәттән, мәктәп уҡыусылары ла уның оҫталыҡ дәрестәрендә теләп ҡатнаша.

Автор:
Читайте нас