Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Октябрь 2022, 16:13

Республикала мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм ирекмәндәр льготалы хаҡтар буйынса торлаҡҡа дәғүә итә ала

Был хаҡта брифингта Башҡортостандың финанс тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Евгений Декатов һөйләне.

Республикала мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм ирекмәндәр льготалы хаҡтар буйынса торлаҡҡа дәғүә итә алаРеспубликала мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм ирекмәндәр льготалы хаҡтар буйынса торлаҡҡа дәғүә итә ала
Республикала мобилизацияланғандар, контрактсылар һәм ирекмәндәр льготалы хаҡтар буйынса торлаҡҡа дәғүә итә ала

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһына саҡырылғандар ғына түгел, контрактсылар һәм ирекмәндәр ҙә льготалар буйынса торлаҡ ала аласаҡ. Был хаҡта брифингта Башҡортостандың финанс тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Евгений Декатов һөйләне.

"Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мобилизацияланған граждандар иҫәбенән тыш, шулай уҡ контрактсылар һәм ирекмәндәр Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды төҙөгән торлаҡты Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы билдәләгән махсус хаҡтар буйынса льготалы категорияларға хоҡуҡлы һатып ала ала", - тине Евгений Декатов.

Торлаҡ Өфөлә һәм республиканың бер нисә ҡалаһында һәм районында төҙөлә. Торлаҡ программалары идаралығында тормошҡа ашырылырға тейешле объекттар тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин. Шунда уҡ был программа буйынса торлаҡ һатып алыуға ғариза бирергә була.

"Бер төркөм саралар хөкүмәт ҡарарына йәки бойороғона ғына үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Бында һүҙ республика законына үҙгәрештәр индереү тураһында бара, унда Торлаҡ төҙөлөшө фонды төҙөгән торлаҡ һатып алыуға хоҡуҡлы граждандар категориялары теркәлгән. Шуға күрә был сараның һуңғараҡ тормошҡа ашырылыуы ихтимал. Әммә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проекты өҫтөндә эшләй һәм оҙаҡламай уны ҡабул итеүҙәрен көтәбеҙ", - тип өҫтәне Евгений Декатов.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас