Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 14:39

Баш ҡала уҡытыусылары өҫтәмә льготалар һәм социаль ярҙам саралары аласаҡ

Был мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең йәшәү кимәлен һәм социаль яҡланғанлығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Баш ҡала уҡытыусылары өҫтәмә льготалар һәм социаль ярҙам саралары аласаҡБаш ҡала уҡытыусылары өҫтәмә льготалар һәм социаль ярҙам саралары аласаҡ
Баш ҡала уҡытыусылары өҫтәмә льготалар һәм социаль ярҙам саралары аласаҡ

Өфө уҡытыусылары өҫтәмә ярҙам сараларына: шифахана-курорттарҙа дауаланыуға, хаҡлы ялға сыҡҡанда матди ярҙамға һәм ҡиммәтле дауаланыуға, йәш уҡытыусыларға түләүҙәргә һәм башҡаларға иҫәп тота ала. Был 2022-2024 йылдарға төҙөлгән тармаҡ килешеүе һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ.

Документтарға Өфө мэры Ратмир Мәүлиев, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Раил Ғәзизов һәм баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин ҡул ҡуйҙы. Яҡтар педагогтарға өҫтәмә, закон менән билдәләнгәндән тыш, ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ өҫтөнә йөкләмәләр алды. Был мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең йәшәү кимәлен һәм социаль яҡланғанлығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

"Мәсьәләләрҙе үтәү буйынса бөтә саралар күреү бик мөһим. Шул саҡта белем биреү учреждениеларындағы эш уңайлыраҡ буласаҡ һәм килешеү белем биреү хеҙмәттәренең сифатын күтәреүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ", - тип билдәләне баш ҡала хакимиәте башлығы.

Фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас